МИЛЛИ ПРОЕКТ
23 Декабрь 2021, 09:15

300 миллион долларҙан ашҡан

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

300 миллион долларҙан ашҡан300 миллион долларҙан ашҡан
300 миллион долларҙан ашҡан

ашҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты декабрҙең икенсе ун көнлөгө башына 307,3 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Был күрһәткес бөтә 2021 йылға ҡуйылған маҡсаттан 140 миллион долларға артыҡ.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Был хаҡта  БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Агросәнәғәт комплексында экспорттың иң ҙур өлөшөн (72,5 процент) май продукцияһы тәшкил итә, сит илгә ул 223 миллион доллларлыҡ ебәрелгән. Экспорттың ҡалған өлөшөнә иген, ит, һөт һәм башҡа продукция ҡарай.

Фото – Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина.
Автор:
Читайте нас