МИЛЛИ ПРОЕКТ
15 Декабрь 2021, 14:49

480 грамлыҡ ҡына сабыйҙы ҡотҡарғандар

Ҡыҙ бала ваҡытынан алда тыуған...

480 грамлыҡ ҡына сабыйҙы ҡотҡарғандар480 грамлыҡ ҡына сабыйҙы ҡотҡарғандар
480 грамлыҡ ҡына сабыйҙы ҡотҡарғандар

Башҡортостанда ныҡ бәләкәй ауырлыҡта донъяға килгән сабыйҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалғандар. Ҡыҙ бала ваҡытынан алда тыуған, ни бары 480 грамлыҡ булған. Республика перинаталь үҙәге табиптары уны тейешле ауырлыҡҡа еткереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. Был ил Президентының киләһе йылдарға маҡсат иткән демография мәсьәләһен хәл итеүгә һәм уның май указдарында билдәләнгән "Демография" һәм "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекттарының бурыстарын үтәүгә булышлыҡ итә.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, йыл башынан республикала бөтәһе 2172 сабый етлекмәй тыуған. 163 баланың тән ауырлығы бик түбән булған – бер килограмға тиклем. Тағы ла 249 баланың ауырлығы 1-1,5 килограмм булған. 

Бындай ауырлыҡта тыуған балаларҙың ғүмеренә лә ҙур хәүеф янай. Мотлаҡ медицина страховкаһының территориаль фонды мәғлүмәттәре буйынса, бәләкәй ауырлыҡта тыуған сабыйҙы тәрбиәләү өсөн 850 мең һум аҡса талап ителә. 

 

 

 

 

Фото:mama66.ru

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-12-15/480-gramly-yna-sabyy-y-ot-ar-andar-2620327
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас