

--Һаумыһығыҙ, яңы нигеҙегеҙ ҡотло булһын,--тип Ғәббәсовтарҙың ишеген асыуға, шат йылмайып, түргә әйҙәп, йорт хужабикәһе ҡаршыма ла килеп баҫты.
Ғәббәсовтар өсөн быйылғы йыл бик ырыҫлы—июлдә Альбина Илдар ҡыҙы 50 йәшен билдәләгән, сентябрҙә Йәнтүрә Байтүрә улы 55 йәшлек юбилейын ҡаршылаған көндө яңы йорт алыуға сертификат бирелеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр килә. Тағы ла бер һөйөнөс—яңыраҡ улар етенсегә ҡартатай һәм ҡартәсәй була.
--Өнөбөҙмө-төшөбөҙмө, тип ышанмай торҙоҡ. Ниһайәт, 12 йыл көткән хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Күмәк ғаиләбеҙ өсөн ҙур шатлыҡ булды. Күп балалы ғаиләләргә йорт һатып алыуға бирелә торған аҡса бирелгәс, башта балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ менән ҡайҙан йорт алыу тураһында кәңәшләштек, төрлө варианттар ҡаралды.Ул һәм ҡыҙҙарыбыҙ бер тауыштан Аҡъярҙан яңы өй алырға тигәс, бына ошо бер тигән йортто бер күреүҙән оҡшатып, һатып алдыҡ,--тине Альбина Ғәббәсова.
Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 95-се һанында уҡығыҙ