МИЛЛИ ПРОЕКТ
20 Ноябрь 2021, 08:05

Оҫталар һәм һөнәрселәр ярыша

Финалға сыҡҡан кешеләрҙе телевидениеға саҡырасаҡтар.  

Оҫталар һәм һөнәрселәр ярышаОҫталар һәм һөнәрселәр ярыша
Оҫталар һәм һөнәрселәр ярыша

Республикала “Башҡортостан һөнәрсеһе – креатив индустрия оҫтаһы” конкурсы ойошторола. Унда креатив индустрия, халыҡ-художество кәсептәре һәм һөнәрселек тармағында эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, үҙмәшғүлдәр ҡатнаша. Финалға сыҡҡан 10 кеше телепроектта ҡатнашасаҡ.

Сара Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

- Башҡортостан Республикаһында креатив индустрия, айырым алғанда, халыҡ-художество кәсептәре етеҙ тиҙлектә үҫешә. Бындай конкурстар оҫталарыбыҙҙың әйберҙәрен күбәйтергә һәм алға этәрергә булышлыҡ итә. Ярҙам һөҙөмтәһендә оҫталар үҙҙәренең яратҡан шөғөлөн килемле бизнесҡа әйләндерә, - тип белдерҙе республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Конкурста 10 номинацияла 60-тан ашыу оҫта һәм һөнәрсе үҙ көсөн һынай. Мәҫәлән, улар араһында кейем, халыҡ костюмын тегеү, күн етештереү, автор ҡурсаҡтарын әҙерләү, биҙәнгестәр эшләү буйынса һәм башҡа оҫталар бар. Еңеүселәр 12 декабрҙә бүләкләнәсәк.

 

 

 

 

 

Фото: ba.wikipedia.org

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-11-20/o-talar-m-n-rsel-r-yarysha-2590691
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас