МИЛЛИ ПРОЕКТ
7 Ноябрь 2021, 07:39

Республиканың 120-нән ашыу медицина ойошмаһы яңы ноутбуклы буласаҡ

Быйыл «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлау тармағында берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында республиканың 122 медицина ойошмаһы 80 млн һум торошлоҡ 1367 ноутбук аласаҡ.

Республиканың 120-нән ашыу медицина ойошмаһы яңы ноутбуклы буласаҡРеспубликаның 120-нән ашыу медицина ойошмаһы яңы ноутбуклы буласаҡ
Республиканың 120-нән ашыу медицина ойошмаһы яңы ноутбуклы буласаҡ

Ноутбуктар республиканың үҙәк район дауаханаларының интернет селтәренә тоташҡан фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эш урындарын һәм йөрөп эшләүсе табиптар бригадаларын тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән.

          Автоматлаштырылған эш урындары «Башҡортостан Республикаһының республика медицина мәғлүмәт-аналитик система» дәүләт мәғлүмәт системаһына тоташа, был пациенттарҙың электрон медицина карталарын, табипҡа дистанцион яҙылыуҙы алып барырға, телемедицина консультацияларын үткәрергә, тикшереү һөҙөмтәләрен электрон төрҙә булдырырға, тапшырырға һәм алырға мөмкинлек бирә.

 

Автор:Гулькей Куватова.
https://ashkadar.com/articles/2021-11-06/respublikany-120-n-n-ashyu-meditsina-oyoshma-y-ya-y-noutbukly-bulasa-2572781
Автор:
Читайте нас