МИЛЛИ ПРОЕКТ
7 Ноября 2021, 06:28

Һөнәри йүнәлешкә иғтибар арта

Колледжда проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөнәри йүнәлешкә иғтибар артаҺөнәри йүнәлешкә иғтибар арта
Һөнәри йүнәлешкә иғтибар арта

Учалыла уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә, быйыл “Киләсәккә билет” мәғариф проекты уңышлы эшләй.

Учалы тау сәнәғәте колледжында проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла. Ҡала уҡыусылары үҙҙәрен төрлө һөнәрҙә һынап ҡарай башланы ла инде: Atlas Copco симуляторы руле артында быраулау ҡоролмаһында эшләргә, электр ҡоролмаларын монтажлау һәм ремонтлау ҡағиҙәләренә өйрәнделәр, схема һәм һыҙыуҙар буйынса конструкцияларҙы йыйҙылар, кулинария серҙәренә төшөндөләр, Pascal ABC.net. программаһында код яҙыу структураһында тәжрибә тупланылар.

 

 

 

 

 

 

Фото: Учалы тау сәнәғәте колледжы сайтынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-11-04/n-ri-y-n-leshk-i-tibar-arta-2571322
Автор:«Башҡортостан» гәзите