

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл аҙағына тиклем республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, “Офис процестары фабрикаһы”н асыу планлаштырыла. Унда дәүләт эшмәкәрҙәре, предприятиелар етәкселәре һәм офис хеҙмәткәрҙәре хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлегенә эйә.
– 2019 йылдан республикалағы Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге нигеҙендә “Процестар фабрикаһы”, милли проекта ҡатнашҡан предприятиеларҙың инженерлыҡ-техник персоналы өсөн уҡыу-күнекмәләр майҙансығы эшләй. Әле иһә Федераль компетенциялар үҙәге ярҙамы менән беҙ уның бурыстар даирәһен киңәйтеп, “Офис процестары фабрикаһы”н ойошторорға ниәтләйбеҙ. Унда ҡатнашыусылар һатып алыу документтарын тултырыу ғәмәлен моделләү барышында, һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланып, процесты камиллаштырыу юлдарын эҙләйәсәк. Төбәк компетенциялар үҙәгендәге проекттарҙың етәкселәре “Офис процестары фабрикаһы”н асыу ысулдарын өйрәнде, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
“Офис процестары фабрикаһы”нда тренерҙар ойошмаларҙа тыуған ысын хәл-шарттарҙы тергеҙә, хеҙмәткәрҙәргә һаҡсыл етештереү, һөҙөмтәлелекте арттырыу алымдарын өйрәтә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/406655/