МИЛЛИ ПРОЕКТ
6 Ноябрь 2021, 04:45

Ауылға кино килә!

Декабрь башында Аҡъярҙа заманса кино ҡарай алыу мөмкин буласаҡ.

Ауылға кино килә!Ауылға кино килә!
Ауылға кино килә!

Хәйбулла районы кешеләре өсөн матур яңылыҡ еткерәбеҙ. Оҙаҡламай  Аҡъярҙа кинозал асыласаҡ һәм 3D форматындағы фильмдарҙы ҡарай башларға мөмкин буласаҡ.

Белгестәр бөгөндән Аҡъяр тау колледжының икенсе корпусында урынлашҡан акттар залын яңынан йыһазландыра һәм монтаж эштәре башҡара. Бында 6х2,9 метр үлсәмле экран, лазерлы проекция ҡорамалы, заманса тауыш системаһы, кинобилет системаһы урынлаштырыласаҡ. 50 урынлыҡ тамашасылар залына яңы уңайлы креслолар ҡуйыласаҡ.

Декабрь башында тәүге кино күрһәтеү буласаҡ тип планлаштырыла.

– Тамашасылар һүрәт һәм тауыш сифатына ҡыуаныр тип ышанам, сөнки бында ҙур ҡалаларҙың кинотеатрында ҡуйылған ҡорамалдар урынлаштырыла. Кинозалдың асылыуы беҙҙең өсөн ҙур байрам буласаҡ, – ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Был проектты тормошҡа ашырыу “Кино фонды” программаһы иҫәбенә мөмкин булған. Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт”милли проекты маҡсаттарына яуап бирә.  

 

 

 

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-11-06/auyl-a-kino-kil-2572585
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас