МИЛЛИ ПРОЕКТ
5 Ноябрь 2021, 14:40

Үҙ торлағың булыу - ҙур бәхет

Хәйбулла районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм өс етемгә фатир асҡыстары тапшырылды.

Үҙ торлағың булыу - ҙур бәхетҮҙ торлағың булыу - ҙур бәхет
Үҙ торлағың булыу - ҙур бәхет

Күптән түгел Хәйбулла районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырылды. Уларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тапшырып, торлаҡлы булыусыларға районда эшкә урынлашып, ғаилә ҡороп, бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатирҙа йәшәүҙәрен теләне.

Был юлы Таштуғайҙан Рәлис Мәмбәтов, Бүребайҙан Анжелика Голубцова һәм Һаҡмар-Наҙарғолдан Заһир Торошев фатир асҡысы алып ҡыуанды.

Анжелика Магнитогорск ҡалаһындағы күп профилле колледж студенты, Заһир Торошев күптән түгел генә әрме хеҙмәтен тултырып  ҡайтҡан, ә Рәлис иһә яҡын арала ғаилә ҡорорға уйлай.

Был эштәрҙең барыһы ла  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Әйткәндәй, быйыл район биләмәһендә 11 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм  балаларға фатир асҡыстары тапшырыласаҡ. Былтыр 11 балаға фатир асҡыстары тапшырылған. Бөгөнгө көндә район буйынса бөтәһе 97 бала сиратта тора. Һуңғы 10 йылда район буйынса бөтәһе 109 етем бала фатирлы булыу ҡыуанысын кисергән.

 

 

 

 

 

Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-11-05/torla-y-bulyu-ur-b-het-2571851
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас