

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы, Рәсәйҙең Йәштәр союзы республикала Ойоштороусылар һәм тренерҙар мәктәбен аса. Унда уҡыу бушлай ойошторола. Проектта 16 – 35 йәшлектәр ҡатнаша ала.
Уҡыу дүрт ай дауамында туранан-тура уҙғарылған интенсивтар һәм онлайн-осрашыуҙар рәүешендә бара. Ҡатнашыусылар төрлө йүнәлештәр буйынса төркөмдәрҙә эшләйәсәк. Федераль һәм төбәк тренерҙары һәм спикерҙары теоретик һәм ғәмәли белем бирәсәк.
Был проект вузда, районда йәки ҡалала студенттар һәм йәштәр өсөн белем биреү саралары ойоштороусыларға, яңы эш башлаған тренерҙарға файҙалы булмаҡсы.
Проектта ҡатнашыу өсөн 7 ноябргә тиклем ғариза яҙырға һәм https://forms.gle/wH3LJVFgDuPuKNMJA формаһын тултырырға кәрәк. Был эш Башҡортостанда Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән республика Башлығы гранты аҡсаһына башҡарыла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: molodez.bashkortostan.ru/presscenter/news/406665