

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә районда 153 контейнер майҙансығы булдырылыуы, 750-гә яҡын контейнерҙар ҡуйылыуы тураһында хәбәр итә.
“Ошо көндәрҙә районға 110 педал менән йөрөтмәле сүп-сар контейнеры ҡайтарылды. Уларҙың 80-не Аҡъярҙа ҡуйыла, ҡалған 30-ы Бүребайҙа. Улар софинанслау шарттарында “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә алынды. Аҡъяр ауыл Советы хакимиәте сүп-сар бактарын йыйыу һәм урынлаштырыу эшен башланы. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 36 контейнер алыу планлаштырыла. Был эш тә, шулай уҡ контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү ҙә дауам итәсәк”, --тип яҙа Рөстәм Шәрипов.
Мәғлүмәт һәм фото район хакимиәте башлығы Р.Шәриповтың сәхифәһенән алынды