

Ысынлап та, юл михнәттәрен күп күргән Ш.Бабич урамында йәшәүселәр ҡыуанып бөтә алмай.
Сөнки йорттар төҙөлөп бөткәс тә, яҙлы-көҙгө батҡаҡтарҙа тәпәш машиналар урамда “ҡорһағынан” батып ултырһа, ҙурыраҡ автомобилдәр иһә үтә алһа ла, йәйәүлеләрҙе баштан-аяҡ бысраҡ һыу менән ҡойондора ине. Бер соҡорҙан икенсеһенә һикергән машина тәгәрмәстәре нисек сыҙағандыр инде. 2019 йылда, ниһайәт, урамға ҡырсынташ түшәлде. Бер яҡтан рәхәт –бысраҡ бөттө, әммә эре-эре таштар проблема тыуҙырҙы. Машиналар тәгәрмәстәре тишелеүҙән һаҡланып, тиҙлеген яйлатып үтергә мәжбүр булһа, йәйәүлеләргә лә юл ябылды. Сөнки балаларҙы коляскала йөрөтөү генә түгел, үҙең дә абайламай атлаһаң, ташҡа абынып йығылырға ла була ине. Хәҙер был михнәттәргә нөктә ҡуйылды. Өр-яңы асфальт Бабич урамында йәшәүселәргә яңы һулыш асҡандай. Урам гөрләп тора, бала-саға рәхәтләнеп уйнай, кемдер самокатта, велосипедта елдерә, ололар иһә саф һауа һулап, тигеҙ юлдан йөрөргә ярата.
--Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров районда эш сәфәре менән булғанда, юл мәсьәләһе лә күтәрелеп, Аҡъяр эсендә урамдарҙы, юлды рәткә килтереү буйына финанс бүленде. Шуның һөҙөмтәһе булып, Аҡмулла, Батанов урамдары яңыртылды. Шулай уҡ беҙҙең предприятие алдына Аҡъяр ауылының Ш.Бабич урамына тулыһынса асфальт түшәү бурысы ҡуйылды. Район ветеринария станцияһы янынан алып Сибай-Аҡъяр юлына тоташҡан ергә тиклем ремонт эшен алып барҙыҡ. Был иртә менән балаларҙы балалар баҡсаһына алып барған кешеләр өсөн дә бик уңай.
Урам юлы сифатлы эшләнде. Кәрәк булған урындарҙа ҡырсынташ түшәлеп, тигеҙләнде. Асфальт ике ҡатламдан һалынды, был юлдың оҙайлы ваҡыт хеҙмәт итеүенә булышлыҡ итәсәк. Әле был урамда эштәр тамамланды. Киләһе йылда трассанан Бабич урамына төшкән юлдарҙы ремонтлау планлаштырыла,--тине Хәйбулла юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығы Азат Суфыянов.