

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына Башҡортостандан 118-се ҡатнашыусы булып "Уралтехсистемы" йәмғиәте ҡушылды. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә, республика Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.
“Милли проектта ҡатнашыу хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртырға мөмкинселек бирә, был, үҙ сиратында, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрә.
Пилот проектын уңышлы тамамлаған ҡатнашыусылар өлгөһөндә, милли проект сиктәрендә һаҡсыл етештереү системаһын индереү өҫтәмә сығымдарһыҙ процестарҙың һөҙөмтәлелеген күтәрергә, етештергән тауарҙың үҙҡиммәтен кәметергә булышлыҡ итә, тип ҡыйыу әйтергә була”, - тине БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары алты ай дауамында хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡсыл етештереү системаһын индереү, етештереү юғалтыуын асыҡлау алымдарына өйрәтәсәк.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан