МИЛЛИ ПРОЕКТ
3 Октябрь 2021, 07:13

Предприятиелар чемпионатта ҡатнаша

"Бының иҫәбенә предприятиелар һаҡсыл етештереүгә тәрәнерәк йәлеп ителә, уның алымдарын, технологияларын һөҙөмтәлерәк ғәмәлгә индерә".  

Предприятиелар чемпионатта ҡатнашаПредприятиелар чемпионатта ҡатнаша
Предприятиелар чемпионатта ҡатнаша

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан Башҡортостан предприятиелары “Етештереү лидерҙары” идара итеү звеноһының һөнәри яҡтан ҡайтанан әҙерлек программаһына ингән “Етештереү компанияһына һөҙөмтәле идара итеү” бизнес-стимуляторы нигеҙендәге Бөтә Рәсәй хеҙмәт етештереүсәнлеге чемпионаты конкурсанты булды.

Был хаҡта Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр иттеләр.

– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусыларға шәхси һәм һөнәри үҫеш өсөн төрлө алымдар ҡарала. Бының иҫәбенә предприятиелар һаҡсыл етештереүгә тәрәнерәк йәлеп ителә, уның алымдарын, технологияларын һөҙөмтәлерәк ғәмәлгә индерә, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Башҡортостандан чемпионатта “Предприятиелар” һәм “Юғары уҡыу йорттары” категорияларында “ОЗНА-Инжиниринг” фәнни-етештереү предприятиеһы, “Альтернатива” пластмасса изделиелар заводы, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡатнаша.

Ярышта дүрт йүнәлеш ҡаралған: стратегия, етештереүгә идара итеү, маркетинг һәм персоналға идара итеү. Ҡатнашыусылар предприятиела хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға системалы ҡарашты һайларға тейеш.

12 ноябрҙә онлайн-этап йомғаҡтары буйынса иң яҡшы командалар араһында чемпионаттың финалы үткәрелә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/398278/

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-10-03/predpriyatielar-chempionatta-atnasha-2528696
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас