

Башҡортостан Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, октябрҙә “Һанлы һөнәрҙәр” белем биреү проектына ярашлы Өфө дәүләт нефть техник университеты тарафынан тәҡдим ителгән интенсив курстарға ҡатнашыусыларҙы йыйыу тамамлана.
"Тәғәйен белемгә эйә булып, уны камиллаштырырға йәки яңы IT-һөнәр алырға теләһәгеҙ, “Һанлы һөнәрҙәр” проекты буйынса уҡырға мөмкин. Дәүләт һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү маҡсатында өҫтәмә белем биреү курстары хаҡының яртыһын ҡаплай. Белем биреү программаһы тамамланғас, һөнәри әҙерлек тураһында диплом бирелә", – тине дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.
Курсты тыңлаусылар С телендә программалау нигеҙҙҙәрен, шулай уҡ мобиль ҡушымталар төҙөү өсөн заманса һәм йылдам үҫкән алымдарҙы үҙләштерәсәк. Уҡыуҙар 5 һәм 15 октябрҙә башлана.
Әйткәндәй, был программалар буйынса уҡыу быйыл тамамлана. Курстарҙа ҡатнашыу өсөн “Һанлы һөнәрҙәр” проекты сайтында теркәлергә кәрәк. Йәнә каталогтан курсты һайлау, мәғариф ойошмаһы менән төҙөлгән килешеү буйынса уҡыу хаҡының яртыһын түләү шарт.
Мәғлүм булыуынса, яңы һөнәр үҙләштереүгә аҡса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты нигеҙендә бүленә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/397773/