

Быйыл республикала “кардиология” профиле буйынса яңы лицензиялар алған медицина ойошмалары һаны 24-кә еткән. Шуларҙың 23-ө – шәхси ҡулдарҙа.
– Амбулатор кардиологияһы буйынса лицензияларҙың Берҙәм реестрында 401 учреждение теркәлгән. 112-һе – дәүләткә, 265-е шәхси ойошмаларға, 24-е милектең башҡа формаларына ҡарай. Былтыр ошо ваҡыт арауығында амбулатор кардиологияһы буйынса 17 медицина ойошмаһы лицензия алды, шуларҙың өсөһө – дәүләт ҡарамағында, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.
Амбулатор кардиологиянан тыш, стационар кардиология ла эшләй. Берҙәм реестрҙа бөтәһе 43 медицина ойошмаһы теркәлгән. Юғары технологиялы медицина ярҙамы дүрт дәүләт учреждениеһында күрһәтелә. Хәҙерге ваҡытта лицензия алыу процесы еңелләштерелгән, ”Ҡыҙыу линия” эшләй, белгестәр һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Шунлыҡтан медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыу 19 көн генә тәшкил итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:flytothesky.ru