МИЛЛИ ПРОЕКТ
17 Сентябрь 2021, 07:26

Аҡъяр урамдарына асфальт түшәлә

Районда юлдар торошо халыҡ тарафынан күтәрелгән көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Ошо йәһәттән муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов  юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса һөйләне.

Аҡъяр урамдарына асфальт түшәләАҡъяр урамдарына асфальт түшәлә
Аҡъяр урамдарына асфальт түшәлә

-- Быйыл ниндәй программалар-сығанаҡтар буйынса юлдар  ремонтлау, асфальт һалыуҙы алдан планлаштырҙыҡ. Былтыр Маҡанда “Тыуған урам” программаһы буйынса 18 миллион һумға  ике километрға яҡын юл һалынды. Уларға туҡталып киткәндә, Бүребайҙа ҙур ғына  өс урамда быйыл асфальт түшәләсәк. Шулай уҡ район хакимиәтенең финанс ярҙамы менән Садовыйҙа бер урамдың  яртыһына асфальт түшәлде, хәҙер юл ситен эшләргә тейештәр. Һамар ауылына ингән ергә, Аҡъярҙа Мортазин урамында асфальт һалынды, тротуар бордюрлап ҡуйылды, төҙөкләндерелде. Сөнки  Мортазин урамы—халыҡ та, транспорт та күп йөрөгән урындарҙың береһе, ошонда уҡ  йәрминкәләр, мәҙәни саралар үтә.

Күптән түгел республика етәксеһе Радий Хәбиров районға килгәндә лә юл мәсьәләһе күтәрелде. Халыҡтың ошо көнүҙәк теманы күтәреүен ул да белә ине. Ошо килгәнендә Радий Фәрит улы урамдарҙы, юлды рәткә килтереү буйынса ярҙам  итәбеҙ тине. Шуның һөҙөмтәһе булып, әлеге ваҡытта Аҡмулла, Батанов урамында, йәғни быға тиклем асфальт һалынып та эшлектән сығып бөткән урамдар ремонтлана. Аҡмулла урамында 700 метр дауам итеп асфальтлана. Ошондай уҡ эштәр  2 километр 600 метр оҙонлоғонда Ш.Бабич урамында планлаштырыла. Бөтә был эштәр 40 млн һум самаһы дөйөм суммаға баҫа. Унда  Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, махсуслаштырылған техникалар йәлеп ителде.

Шулай итеп, был эштәрҙе башҡарыуға республика етәкселегенең ярҙам итеүе  беҙгә планлаштырылғандан тыш, ҙур күләмдә эштәр башҡарыуға этәргес булды.  Яңы Петровка ауылында ла урамға асфальт түшәй алдыҡ. Унда “Полиметалл” кампанияһы аҡсалата ярҙам итте. Шулай итеп, йыл һайын бер-ике ауылда үҙәк урамдарға асфальт түшәргә тигән маҡсатыбыҙҙы үтәп барырға тырышабыҙ. Тағы ла төбәк юлдар буйынса ла күләмле эштәр башҡарылды. Һамар ауылына ингән урында 4 километрға яҡын юл эшләнде, ул киләһе йылда ла дауам итәсәк. Сибай юлында  йүнәлешендә лә юлды ремонтларға тырышабыҙ,--тине Рөстәм Динислам улы.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас