

Бөгөн Аҡнаҙар һәм Урыҫбай ауылдарында МТС мобиль элемтәһе (мобильная связь) эшләй башланы.
Элемтә - фемтосота технологияһы буйынса эшләгән бәләкәй радиуслы станция аша тапшырыла (МТС һәм Ростелеком операторҙарының проекты).
Был эш - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса тормошҡа ашырыла.
Элемтә Аҡнаҙарҙы тулыһынса ҡаплай. Урыҫбай ауылында Аҡъегет урамында ғына тотмай. Ҡалған урамдарҙа тота.
Ләкин элемтә бөтә төр смартфондарҙа ла тотмай. Был мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә итәләр.