МИЛЛИ ПРОЕКТ
31 Август 2021, 05:42

Башҡортостанда сафҡа индерелгән торлаҡ күләме үҫеше 21,2 процент тәшкил итте

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдың ете айы эсендә Башҡортостан Республикаһында сафҡа индерелгән торлаҡ күләме былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 21,2 процентҡа артҡан.  #миллипроект.

Башҡортостанда сафҡа индерелгән торлаҡ күләме үҫеше 21,2 процент тәшкил иттеБашҡортостанда сафҡа индерелгән торлаҡ күләме үҫеше 21,2 процент тәшкил итте
Башҡортостанда сафҡа индерелгән торлаҡ күләме үҫеше 21,2 процент тәшкил итте

Рәсәй статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдың ете айы эсендә Башҡортостан Республикаһында сафҡа индерелгән торлаҡ күләме былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 21,2 процентҡа артҡан.

- Быйыл "Торлаҡ" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә раҫланған күрһәткестәргә ярашлы, республика кәм тигәндә 2,2 млн кв.м. торлаҡты сафҡа индерергә тейеш, - тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.- 2024 йылға республика 2,950 млн кв.м., ә 2030 йылға кәм тигәндә 4 млн кв.м. торлаҡты сафҡа индерергә планлаштыра.

Рәсәй статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында 2021 йылдың ете айы эсендә торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү буйынса Башҡортостан етенсе, Иҙел буйы федераль округы буйынса - икенсе урында.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://building.bashkortostan.ru

Автор:
Читайте нас