МИЛЛИ ПРОЕКТ
24 Август 2021, 17:42

Милли проект ҙур мөмкинлектәр аса

Башҡортостан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар араһында уҡытылған хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса беренсе урынды алды.

Милли проект ҙур мөмкинлектәр асаМилли проект ҙур мөмкинлектәр аса
Милли проект ҙур мөмкинлектәр аса

Башҡортостан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар араһында уҡытылған хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса беренсе урынды алды. Һаҡсыл етештереү ҡоралдары менән 1913 эшсе танышты ла инде.

– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу предприятиелар өсөн файҙалы. Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары етәкселәрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыта, эш системаһын яйға һалырға ярҙам итә, заем алырға  һәм һалымды кире ҡайтарырға, экспорт баҙарына сығырға  өйрәтә, – тип һөйләй республика Хөкүмәте Премьер-министры, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте  министры Рөстәм Моратов.

Предприятиеларҙың эшсе төркөмдәре бер нисә йүнәлеш буйынса белем ала.

– Шулай уҡ “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы “Процестар фабрикаһы” эшләй. Был уҡыу етештереү майҙанында эшселәр һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡулланыу тәжрибәһен ала. 400-ҙән ашыу кеше уҡытылды, – тип билдәләне Төбәк компетенциялар үҙәге  етәксеһе Руслан Нуретдинов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: предприятиелар өсөн “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты тәүге өс йылда тәьҫирлелекте 15 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә  2024 йылға хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш.  Республикала милли проектта 113  предприятие ҡатнаша.  

 

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-24/milli-proekt-ur-m-mkinlekt-r-asa-2477619

Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас