

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының медицина ярҙамының тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына заманса ультратауыш аппараты алынды. Яңы ҡорамал бөтә орган һәм системаларға сифатлы диагностика үткәрергә, теүәл диагноз ҡуйырға, кәрәк булғанда пациентты дауалауға ебәрергә ярҙам итә.
Ҡорамал 7,2 миллион һум тора. “Ошо программаға ярашлы, медицина ҡорамалдары алырға, модулле ФАПтар урынлаштырырға, капиталь ремонт үткәрергә мөмкинлегебеҙ бар. Файҙаланыу өсөн яңы рентгенодиагностик аппарат алдыҡ, – тип һөйләй дауахананың баш табибы Илшат Рыҫҡужин.– Тәүҙә уны урынлаштырыу өсөн бинаны ремонтланыҡ. Әҙел, Маҡан, Федоровка, Аҡнаҙар ауылдарында модулле ФАП-тар алыуға электрон аукцион иғлан ителгән.”
Программаның төп маҡсаттарының береһе – дауаханаларҙың матди-техник базаһын нығытыу. Ул биш йылға иҫәпләнгән. Быйыл медицина ярҙамының тәүге звеноһын яңыртыу өсөн үҙәк район дауаханаларына 19 ультратауыш ҡорамалы алынған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, медицина ярҙамының тәүге звеноһын модернизациялау халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу һәм хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен кәметеүҙә ҙур роль уйнарға тейеш.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.