МИЛЛИ ПРОЕКТ
19 Июль 2021, 17:56

“Етенсе урындан беренсегә күтәрелдек”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе тураһында яҙҙы.

“Етенсе урындан беренсегә күтәрелдек”“Етенсе урындан беренсегә күтәрелдек”
“Етенсе урындан беренсегә күтәрелдек”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы телгә алды.

“Башҡортостан 2021 йылдың икенсе кварталы йомғаҡтары буйынса “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Рәсәй төбәктәре рейтингында етенсе урындан беренсегә күтәрелде.

Проекттың асылы – предприятиеларҙы идара итеү һәм ойоштороу саралары һөҙөмтәһендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға, шулай уҡ бөтә процестарҙы ҡулайлаштырырға өйрәтеү.

Беҙҙең Төбәк компетенциялар үҙәге  илдең 45 субъекты араһында иң яҡшыһы булды. Рейтингта предприятиеларҙың һаҡсыл етештер алымдарын ғәмәлгә индереү һәм үҫтереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙан ҡәнәғәтлек кисереүе лә иҫәпкә алына.

Беҙ 51 етештереү ағымын ҡулайлаштырҙыҡ, уларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге 5 проценттан 30 процентҡа тиклем артты, 1,4 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙе lean-алымдарға өйрәттек.

Милли проектта Башҡортостандан йәмғеһе 113 предприятие ҡатнаша. Улар араһында – “Башҡортостаннефтезаводстрой”, “Туймазы автобетонташығыстар заводы, “Искож” заводы, “Белзан”, “Синтез-каучук”, “Башҡортостандың “Прогресс” етештереү берекмәһе, Өфөләге иң ҙур төҙөлөш ойошмаһы – “Эре панелле йорттар һалыу” тресы һәм башҡалар”, – тип яҙҙы республика етәксеһе.

 

 

 

 

Фото: vk.com

Сығанаҡ: vk.com

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-07-19/etense-uryndan-berenseg-k-t-reldek-2425634
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас