МӘҘӘНИӘТ
17 Сентябрь 2025, 14:46

Салауат Юлаев һәйкәле реставрациянан һуң урынына ҡайтарыла

Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин халыҡтың хәүефләнеүе бушҡа тип ышандырҙы.

Салауат Юлаев һәйкәле реставрациянан һуң урынына ҡайтарылаСалауат Юлаев һәйкәле реставрациянан һуң урынына ҡайтарыла
Салауат Юлаев һәйкәле реставрациянан һуң урынына ҡайтарыла

Уның һүҙҙәренсә, Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау эштәре мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса федераль законға ярашлы алып барыла. Был процесҡа бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индереү мөмкин түгел.

«Салауат Юлаев һәйкәле урынына кире ҡайтарыламы тигән һорауға «эйе» тип яуаплайым! Реставрация эштәрен башҡарғанда федераль ҡануниәт талаптарын үтәмәгән өсөн яуаплы кешеләр енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал», – тип билдәләне Ҡолбахтин.

Бынан алдараҡ һәйкәлде реконструкциялауҙың әҙерлек этабын тамамлауҙары тураһында хәбәр иткәйнек

Фото:Валерий Шахов
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас