Яңылыҡтар
16 Сентября 2025, 14:50

Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлек тамамланған

   

Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлек тамамланғанСалауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлек тамамланған
Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлек тамамланған

Бөгөнгә һәйкәлдең тирә-яғы ҡойма менән уратып алынған, ваҡытылыса инженер селтәрҙәре, электр уты үткәрелгән, видеокүҙәтеү ҡуйылған. Төҙөлөш ҡаласығы эшләй башланы, тип хәбәр итә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов.

Шулай уҡ һәйкәлде нығытыу өсөн тимер конструкциялар әҙер булған. Бынан тыш, сентябрҙә ер ҡаҙыу эштәре башланасаҡ, скульптура эргәһендә түшәлгән ташты, гранит баҫҡыстарҙы аласаҡтар.

«Барлыҡ эштәр юл картаһына ярашлы — тәғәйен ваҡытта башҡарыла», — тип белдерҙе Рөстәм Ғәзизов. 

 
Фото:https://t.me/rustem_gazizov
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас