Аҡъярҙа «Уңыш» стадионында йәйҙең иң сағыу тамашаларының береһе «Бөйөк дала» VI асыҡ республика башҡорт рок фестивале гөрләп уҙҙы. Быйыл фестиваль ваҡытһыҙ вафат булған легендар башҡарыусылар: «Дәрүиш» төркөмө солисы Дим Мәннән, «Рух» төркөмө солисы Ғәзинур Биктимеров, «Рух» төркөмө гитарасыһы һәм етәксеһе Ирек Атанов һәм аранжировкалаусы, барабансы Айтуған Акилов иҫтәлегенә арналды.
«Бөйөк дала» рок-фестиваленә халыҡ күп йыйылды. Сәхнәнән бер-береһен алыштырған башҡорт рок төркөмдәре – Хәйбулла райоынан «Рух» һәм Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе ҡарамағындағы «Бөркөт» төркөмөнөң кесе һәм өлкән составы, «Урал» (Белорет), «ХамZа» (Ғафури районы), «Дәрүиш хан», «Nektoria» (Өфө), «20/35» (Ейәнсура районы яңы йыр-моңдары, һәр кемгә таныш булған хиттар менән тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Рок-фестиваль дискотека менән тамамланды.