Быйыл фестиваль ваҡытһыҙ вафат булған легендар башҡарыусылар: «Дәрүиш» төркөмө солисы Дим Мәннән, «Рух» төркөмө солисы Ғәзинур Биктимеров, «Рух» төркөмө гитарасыһы һәм етәксеһе Ирек Атанов һәм аранжировкалаусы, барабансы Айтуған Акилов иҫтәлегенә арналды. Яҡташ йырсылар һәм музыканттарҙың рухына аят бағышланды, унда уларҙың яҡындары һәм туғандары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, фестивалдең ҡунаҡтары һәм башҡалар ҡатнашты. Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт аят уҡығандан һуң, барыһы ла мәрхүмдәрҙең рухына бағышлап салынған бағышлап салынған ҡорбан итенән ауыҙ иттеләр.
«Бөйөк дала» башҡорт рок-фестивале Дим Мәннән, Ғәзинур Биктимеров, Ирек Атанов һәм Айтуған Акиловтың яҡты иҫтәлегенә арналған сара менән башланды. Уның сиктәрендә йырсы-музыканттарҙың ижади тормошона байҡау яһалды, шулай уҡ улар тураһында хәтирәләре менән сәхнәгә сыҡҡан яҡындары һәм туғандары уртаҡлашты. Башҡорт рогын легендар башҡарыусылар тураһында яҡты иҫтәлек, уларҙың йырҙары һәм музыкаһы күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.