МӘҒАРИФ
9 Май 2025, 07:45

«Һис шикһеҙ форумдың әһәмиәте ҙур»

ти  II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы делегаты – Аҡъяр ауылы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Рәмзиә Мусина

«Һис шикһеҙ форумдың әһәмиәте ҙур»«Һис шикһеҙ форумдың әһәмиәте ҙур»
«Һис шикһеҙ форумдың әһәмиәте ҙур»

12-13 майҙа башҡорт теле уҡытыусылары II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына йыйыласаҡ. Ҙур сарала Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡорт теле уҡытылған төбәктәренән, шул иҫәптән Хәйбулла районынан йәмғеһе 14 делегат, шул иҫәптән район мәғариф идаралығы етәксеһе Айгөл Кәримова,  район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы  Сөмбөл Әлибаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе Рәйфә Тулибаева, балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм мәктәптәр директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү педагогтары ҡатнашасаҡ.

Рәмзиә Мусина, Аҡъяр ауылы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы:

–Йыш ҡына башҡорт теле буйынса полилингваль белем биреүгә арналған форумдарҙа ҡатнашам. Мәҫәлән, 3-сө мәктәптә үткән VII Республика полилингваль фестивалендә, Сибай ҡалаһында үткән «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законын ғәмәлгә ашырыу буйынса муниципаль-ара семинарында ҡатнаштым. Һис шикһеҙ форумдың әһәмиәте ҙур, сөнки беҙ унда коллегаларыбыҙҙың эш тәжрибәһе менән уртаҡлашабыҙ, фекер алышабыҙ, төрлө оҫталыҡ дәрестәре аша кәрәкле мәғлүмәттәр алабыҙ. Телебеҙгә ҡарата тағы ла иғтибарҙы, һөйөүҙе арттырыуға булышлыҡ итә. Беҙҙең полилингваль балалар баҡсаһы булараҡ башҡорт теленә, туған телебеҙгә ҙур иғтибар бүленә. Һәм балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү уртансы төркөмдәрҙән алып мәктәпкә әҙерлек төркөмдәренә тиклем белем биреү эшмәкәрлеге үткәрелә. Балалар менән йыллыҡ тематик план буйынса уйын формаһында төрлө саралар, әңгәмәләр, экскурсиялар, проект эштәре ойошторола.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас