МӘҒАРИФ
8 Май 2025, 16:51

Мәртәбәле форумда Хәйбулла районынан 14 делегат ҡатнаша

12-13 майҙа башҡорт теле уҡытыусылары баш ҡалабыҙ Өфөгә  II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына йыйыла

Мәртәбәле форумда Хәйбулла районынан 14 делегат ҡатнашаМәртәбәле форумда Хәйбулла районынан 14 делегат ҡатнаша
Мәртәбәле форумда Хәйбулла районынан 14 делегат ҡатнаша

Съезд 13 майҙа асыла. Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы ҡатнашасаҡ һәм республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Тематик майҙансыҡтарҙа башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре буйынса  фекер алышыуҙар ойоштороласаҡ. Күргәҙмәләр эшләйәсәк.Съезды Башҡортостан  Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы башҡорт, рус туған һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусылары ассоциацияһы үткәрә. Сара Башҡортостан Башлығы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, мәғариф өлкәһендә эшләгән урындағы үҙидара органдары булышлығында үтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезына Хәйбулла районынан йәмғһе 14 делегат, шул иҫәптән район мәғариф идаралығы етәксеһе Айгөл Кәримова,  район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы  Сөмбөл Әлибаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе Рәйфә Тулибаева, балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм мәктәптәр директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү педагогтары ҡатнаша.  

Сөмбөл Әлибаева, район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы:

–Хәйбулла районы  2024-2025 укыу йылында Хәйбулла районының мәктәптәрендә 3600 уҡыусы белем ала. Шуларҙың 2807 башҡорт милләтенән һанала, 706 уҡыусы рус милләтенән.   Ата-әсәләрҙең ғаризалары нигеҙендә мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу 3 кимәлдә ойошторола: башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу башҡорт телендә алып барылыу, рус мәктәптәрендә башҡорт те­лен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеү.  Ҡалған 87-һе башҡа милләт вәкилдәре. 35 белем белем биреү ойошмаларының 23-өндә 880 бала өсөн уҡытыу һәм тәрбиә эше, уставтарында яҙылғанса башҡорт телендә ойошторола. Рус мәктәптәрендә белем алыусы 1219 бала башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүҙе һайлаған. 1421 бала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.Районыбыҙ мәктәптәрендә бөгөнгө көндә 36 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы иҫәпләнә, уларҙың барыһы ла юғары белемгә эйә. 32 уҡытыусы юғары, 4-һе беренсе категорияға эйә. Дүртеһе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,  дүртеһе – Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре,  етеһе –  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, ә 11-е – Башҡортостан Рспубликаһының мәғариф алдынғыһы исемдәренә лайыҡ.Был сараға делегаттар һайлау буйынса Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығынан Һәр райондарға, ҡалаларға квоталар бүленде: мәғариф идаралығы начальнигы, туған телдәр буйынса методист, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе, бер башҡорт мәктәбе директоры һәм 3 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Быйыл яҙ тағы ла өҫтәмә рәүештә райондан педагогтар  саҡырылды. Улар араһында Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы күп профилле полилингваль мәктәбе директоры Рөстәм Дәүләтбирҙин, полилингваль төркөмдәре булған «Шатлыҡ»  балалар баҡсаһы мөдире Альбина Сурина, «Бәпембә» башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Илмира Ишмырҙина, уҡытыу стажы 5 йылдан үтмәгән   йәш педагог – Мәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Айзилә Рәсембәтова, һуңғы 5 йылда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурстары  лауреаттары – 1-се һанлы Акъяр мәктәбе уҡытыусыһы Венера Йәрмөхәмәтова, «Йәйғор» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Йәимлә Хайбуллина,  «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Рәмзиә Мусина бар.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас