МӘҒАРИФ
8 Май 2025, 18:25

«Башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү мөһим»

тигән фекере менән уртаҡлашты   II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы делегаты – Бүребай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Рәсимә Туғыҙбаева

«Башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү мөһим»«Башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү мөһим»
«Башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү мөһим»

12-13 майҙа башҡорт теле уҡытыусылары II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына йыйыласаҡ. Ҙур сарала Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡорт теле уҡытылған төбәктәренән, шул иҫәптән Хәйбулла районынан йәмғеһе 14 делегат, шул иҫәптән район мәғариф идаралығы етәксеһе Айгөл Кәримова,  район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы  Сөмбөл Әлибаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе Рәйфә Тулибаева, балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм мәктәптәр директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү педагогтары ҡатнашасаҡ.

Рәсимә Туғыҙбаева, Бүребай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы:

–Был мәртәбәле сарала тәүге тапҡыр ҡатнашам. Әлбиттә съездың һөҙөмтәһе булырына ҙур өмөттәр бағлайым.   Белеүебеҙсә, башҡорт теле –дәүләт теле, шуға күрә лә   телебеҙ  дәрестәрҙә генә түгел, башҡа урындарҙа ла ҡулланыу даирәһе артып, мәҫәлән, йыйылыштарҙа, ултырыштарҙа рус теле менән бер рәттән яңғыраһын ине. Башҡорт теленән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының, берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре уҡыусыларыбыҙҙы республикала ғына түгел, Рәсәй буйынса ла уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙә иҫәпкә алыныр тигән өмөттә ҡалам. Беҙҙең Бүребай урта мәктәбендә туған телде уҡытыуға ҙур иғтибар бүленгән. Уҡыусылар башҡорт телен дәүләт теле, туған теле булараҡ та теләп өйрәнәләр. Даими рәүештә  район, республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған төрлө ижади конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа  ҡатнашалар.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас