

Химия фәнен уҡытыусыһы Айнур Мансур улы — Республика инженер лицей-интернатының абруйлы уҡытыусыларының береһе. Ул һәләтле балалар менән шөғөлләнә, уларҙы олимпиадаларға әҙерләй. Үҙенең элекке уҡыусылары менән бергә "Олимпиада остаздары ассоциацияһы"н төҙөй.
Күп сәйәхәт итә, фото-видео төшөрөү менән шөғөлләнә, белемен тарата. Һәм һәр саҡ әйтә: «Минең уҡыусыларым иң яҡшыһы, сөнки минең уҡытыусыларым иң яҡшыһы ине». Шуның өсөн уҡыусылары уға заманса смартфон бүләк итте — уның эшен тағы ла ыңғай яҡҡа үҙгәртер ҡорал итеп. Ә һеҙ үҙ уҡытыусығыҙға шундай бүләк яһар инегеҙме?
Был турала уҡыусы Камил Абдуллин яҙып ебәргән.
Фото: Камил Абдуллин видеонан скриншот.