

Бөгөн Яңы Ергән ауылының мәҙәниәт йортонда райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары өсөн семинар ойошторолдо. Унда район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм Ырымбур өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Саранан Яңы Ергән ауылы мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Улар «Бройлер» ярҙамсы хужалығын алып барыу һәм дәрестән тыш «Йәш аграрий» эшмәкәрлеге буйынса эштәр күргәҙмәһен тәҡдим итте. Балалар ҡунаҡтарҙы ҡош-ҡорт, йәшелсә һәм еләк культураларын үҫтереү барышы менән ентекле таныштырҙы. Әйткәндәй, был процесс хеҙмәт күнекмәләрен тәрбиәләүгә, эшҡыуарлыҡ һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереүгә һәм бизнес-план төҙөүгә йүнәлтелгән. Мәктәптә һөнәри йүнәлеш биреү эше әүҙем алып барыла, ә иң мөһиме - уҡыусыларҙы ерҙә эшләргә өйрәтеү. Тантаналы сарала ҡатнашыусылар мәктәп эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм грантта ҡатнашырға саҡырҙы.
Шулай уҡ уҡығыҙ: