

«Башҡорт баҡыры» йәмғиәте Хәйбулла районында «Инженерҙар мәктәбе» проектына старт бирә, унда теләге булған һәм 7-10-сы кластарҙа уҡыған һәр бер уҡыусы ҡатнашып, билдәле профессорҙарҙан бушлай белем ала аласаҡ. Ошо уңайҙан предприятиеның вәкилдәре район мәктәптәре директорҙары менән осрашты. Уның барышында проекттың презентацияһы үтте, төрлө ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Сара барышында, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Рәмил Туҡаев йәш быуын өсөн яңы мөмкинлектәр асыусы проект менән таныштырҙы.
–УГМК холдингы һәм «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте «Инженерҙар мәктәбе» проектҡа старт бирә. Ул уҡыусыларҙа техник һәм инженер һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән. Әгәр балаларҙың теләге булһа, улар билдәле юғары уҡыу йорттары профессорҙарынан һайланған фәндәр (математика, физика йәки химия) бушлай онлайн белем аласаҡ. Киләсәктә йәштәр инженер һәм тау сәнәғәте уҡыу йорттарында белем алып, тыуған районының тау предприятиеларында үҙ һөнәре буйынса эшләй аласаҡ. Әйтергә кәрәк, яңы проект ярҙамында сығырылыш кластары уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнәсәк, ә математика, физика һәм химия уҡытыусылары махсус курстарҙы тыңлап белемдәрен камиллаштырасаҡ, – тип һөйләне Рәмил Марс улы.
Проектҡа ҡушылған һәр бер бала онлайн дәрестәрҙән тыш, техник йүнәлештәге юғары уҡыу йорттары менән яҡындан таныша. Проектта 7-11-се кластарҙа уҡыған һәр бала ҡатнаша ала. Бынан тыш, йәйге каникулдарҙа улар өсөн махсус профилле лагерь ойоштороу планлаштырыла.
Онлайн дәрестәрҙе УГМК техник университетының, Мәскәү дәүләт университетының һәм Иҡтисад юғары мәктәбенең профессорҙары һәм доценттары алып бара.
Зилиә Мәмбәтова, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең кадрҙар бүлеге начальнигы:
–«Инженерҙар мәктәбе» проектының төп маҡсаты – уҡыусыларҙы инженер һөнәрҙәренә мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү. Улар онлайн дәрестәрҙә бушлай шөғөлләнеп, киләсәктә техник белем алып, тыуған районындағы тау предприятиеларында үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша аласаҡ. Юғары уҡыу йорттарының алдынғы уҡытыусылары махсус программалар буйынса төплө белем бирәсәк. Иң мөһиме, бының өсөн Мәскәүгә йәки башҡа ҡалаларға барырға кәрәкмәй, райондың иң төпкөл ауылдарында йәшәгән балалар ҙа онлайн уҡыуҙарға ҡушыла ала.
Әлеге ваҡытта «Инженерҙар мәктәбе»нең кластары туплана. Әйткәндәй, алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл район мәктәптәре һәм Өфө нефть-техник университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Йәш хәйбуллалар мөмкинлектәрҙе ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, проектҡа ҡушылығыҙ!