МӘҒАРИФ
6 Ноябрь 2021, 04:36

Хәйбулла мәктәптәрендә «УГНТУ кластары» барлыҡҡа киләсәк

Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Хәйбулла мәктәптәрендә «УГНТУ кластары» барлыҡҡа киләсәкХәйбулла мәктәптәрендә «УГНТУ кластары» барлыҡҡа киләсәк
Хәйбулла мәктәптәрендә «УГНТУ кластары» барлыҡҡа киләсәк

Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм район мәктәптәре араһында бәйләнеш булдырыу үҙәге итеп 2-се Аҡъяр мәктәбе билдәләнгән. Әңгәмәләр, лекциялар, экскурсиялар уҙғарыу, факультеттарға, кафедраларға, институттарға барыу, төрлө йүнәлештәрҙең һәм һөнәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән танышыу абитуриентҡа буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлауға мөмкинлек бирә.

Көҙгө каникулдар көндәрендә УГНТУ профориентация һәм таланттарҙы йәлеп итеү үҙәгендә мәктәп-партнерҙар өсөн төп дисциплиналар (математика, физика, химия, информатика, йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле) буйынса дәрестәр уҙғарыла. Уҡыусылар әүҙем рәүештә берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә. Шулай уҡ улар өсөн һөнәри йүнәлештәге һәм мәҙәни программа әҙерләнгән. УГНТУ сараларында әүҙем ҡатнашҡандарға өҫтәмә балдар бирелә, улар университетҡа уҡырға ингәндә иҫәпкә алына.

 

 

 

 

Фото:Район мәғариф идаралығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас