Башҡортостанда юғалған үҫмерҙәр табылды. «Табылғандар, иҫән-һауҙар», тип хәбәр итте «Башрегионспас» төркөмө ирекмәндәре. Балаларҙың ҡайҙа юғалғаны тураһында хәбәр ителмәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 июндә төндә Алексей Макаров һәм Виталина Гузде эҙләү иғлан ителде. Ирекмәндәрҙең мәғлүмәте буйынса, балалар Өфө районында 4 июндә юғалған.