ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Июнь 2024, 08:59

Республикала йәнә үҫмерҙәр юғалған

  

Республикала йәнә үҫмерҙәр юғалғанРеспубликала йәнә үҫмерҙәр юғалған
Республикала йәнә үҫмерҙәр юғалған

Башҡортостанда йәнә үҫмерҙәр юғалған. «Башрегионспас» төркөмө ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, 13 йәшлек Алексей Макаров менән 16 йәшлек Виталина Гузь 4 июндә Өфө районының Михайловка ауылында юғалған.

Алексейҙың билдәләре: буйы 146 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡарағусҡыл һары сәсле, һорғолт-зәңгәр күҙле. Күкһел-аҡ толстовка, спорт салбары, аҡлы-ҡаралы кроссовки кейгән.

Виталинаның билдәләре: буйы 160 сантиметр, тығыҙ тәнле, ҡуңыр сәсле, ҡуңыр күҙле. Күлдәк, ҡарағусҡыл йәшел пинжәк кейгән.

Үҫмерҙәрҙең ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-937-3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас