Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Апрель , 14:27

Иҫерек водитель туҡталышты емергән

Ҡыҙғанысҡа күрә, бер бала йәрәхәттәр алған

Иҫерек водитель туҡталышты емергән
Иҫерек водитель туҡталышты емергән

Ишембайҙа 4 апрелдә иртәнсәк автомобиль автобус туҡталышын емергән. Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 1979 йылғы иҫерек водитель «Шкода» руле артында идара итә алмаған һәм Майский районындағы туҡталыш комплексына бәреп ингән.

«Машинала пассажирҙың артҡы ултырғысында водителдең бәлиғ булмаған улы була. Уға  медицина ярҙамы күрһәтелде, — тип хәбәр иттеләр ведомствонан. — Тикшереү процедураһы сит ил машинаһы водителенең  иҫерек килеш руль артында булыуын асыҡланы».

Бынан алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, быйыл мотоциклды йөрөткән үҫмер ҡатнашлығында тәүге юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

фото:ЮХХДИ.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: