Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Апрель , 13:19

Быйыл мотоциклда йөрөгән үҫмер менән тәүге авария теркәлгән

    

Быйыл мотоциклда йөрөгән үҫмер менән тәүге авария теркәлгән
Быйыл мотоциклда йөрөгән үҫмер менән тәүге авария теркәлгән

Өфөлә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре быйылғы миҙгелдә үҫмер йөрөткән мотоцикл менән тәүге юл-транспорт ваҡиғаһын теркәне. Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 3 апрель кисендә Калинин районында "Лифан" һәм "Омакс" мотоциклы төкөшкән. Аварияла 17 йәшлек мототранспорт водителе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Үҫмерҙең водитель таныҡлығы алмауы билдәле. Бынан тыш, двигатель күләме 250 кб/м булған мотоцикл ЮХХДИ подразделениеһында билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән. Уны махсус туҡталҡаға урынлаштыралар. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланды.

«Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, административ яуаплылыҡ 16 йәштән башлана. Был осраҡта үҫмер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн, атап әйткәндә, транспорт менән идара итеү хоҡуғына эйә булмайынса транспорт сараһы менән идара иткән өсөн яуап бирәсәк (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7 статьяһының 1-се бүлеге). Бынан тыш, уның ата-әсәһенә мототранспортты үҫмергә тапшырыу өсөн яуаплылыҡ янай (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7 статьяһының 3-сө бүлеге). Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса бөтә материалдар бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү һәм ҡарау буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәгән өсөн ата-әсәгә ҡарата саралар күреү өсөн бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға ебәреләсәк», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар ведомствола.

фото:ЮХХДИ

Быйыл мотоциклда йөрөгән үҫмер менән тәүге авария теркәлгән
Быйыл мотоциклда йөрөгән үҫмер менән тәүге авария теркәлгән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: