Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Февраль , 09:52

Биш ай буйы эҙләгәндән һуң 17 йәшлек егетте урманда үле килеш тапҡандар...

  

Биш ай буйы эҙләгәндән һуң 17 йәшлек егетте урманда үле килеш тапҡандар...
Биш ай буйы эҙләгәндән һуң 17 йәшлек егетте урманда үле килеш тапҡандар...

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш органдары Балаҡатай районында 17 йәшлек егеттең юғалыуы менән бәйле ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшерә, уның үле кәүҙәһе һуңынан урманда табыла. Хәҙер тәфтишселәр табылған урындан алынған әйберҙәр буйынса эксперт тикшеренеүҙәрен дауам итә.

«Шул уҡ ваҡытта һәләк булған кешенең туғандары енәйәт эшен тикшереү барышы менән риза булмауҙарын белдерә. Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе Владимир Архангельскийға тикшереү барышында асыҡланған шарттар тураһында доклад менән сығыш яһарға ҡушты», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

2023 йылдың 31 майында Силәбелә йәшәүсе ҡатын полицияға улын табыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 28 майҙа үҫмер Юлдаш ауылында өләсәһенең йортонан сығып  киткән. Яңы Балаҡатай ауылына имтихандарға барасағын әйтә, әммә уҡыуға килмәй. Шул уҡ көндө бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Полицияға йәш кешене эҙләүҙә ирекмәндәр, урындағы халыҡ, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре һәм Балаҡатай казактары вәкилдәре ярҙам итә. Бәлиғ булмаған баланың кәүҙәһен тик ноябрҙә генә урманда ағас янында табалар

Фото:«БаРС» (БашРегионСпас), Vk

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: