Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Ноябрь 2023, 13:30

17 йәшлек егет үле килеш табылған...

Уны май айынан эҙләгәндәр...

17 йәшлек егет үле килеш табылған...
17 йәшлек егет үле килеш табылған...

«БашРегионСпас» төркөмө ирекмәндәре «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә хәбәр итеүенсә, бер нисә ай элек юғалған 17 йәшлек егетте эҙләү фажиғәле тамамланған. Уны үле килеш тапҡандар.

«Табылған. Үлгән. Яңы Балаҡатай ауылы, Балаҡатай районы. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тип хәбәр итте ирекмәндәр.

Егеттең үлем сәбәбе тураһында мәғлүмәт юҡ.

Быйыл 31 майҙа Силәбе өлкәһендә йәшәгән ханым полицияға улын табыуҙарын һорап мөрәжәғәт иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 28 майҙа егет Юлдаш ауылындағы өләсәһенән Яңы Балаҡатай ауылына имтихан бирергә киткән. Ләкин имтиханға бармаған. Шул көндө уҡ бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған.

Егетте эҙләүҙә полицияға ирекмәндәр, урындағы халыҡ, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре һәм Балаҡатай казачествоһы вәкилдәре ярҙам күрһәткән. 

Фото:«БаРС» (БашРегионСпас), Vk
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: