ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Ғинуар 2024, 16:34

Элекке һөйгән йәрен ҡыҙғанып...

Егет йәш парҙың ғүмерен ҡыйған... Етмәһә, ҡасырға маташҡанда, үлемесле юл фажиғәһенә сәбәпсе булған...

Элекке һөйгән йәрен ҡыҙғанып...Элекке һөйгән йәрен ҡыҙғанып...
Элекке һөйгән йәрен ҡыҙғанып...

Башҡортостанда Миәкә районында йәш парҙы үлтереү факты буйынса тикшереү тамамланды.

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы Миәкә районында ике кешене, шул иҫәптән бәлиғ булмаған ҡыҙҙы үлтереү факты буйынса енәйәт эшен судҡа ебәрҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында 2023 йылдың 25 февралендә, тикшереү версияһы буйынса, 22 йәшлек егет 16 йәшлек элекке һөйгән ҡыҙын һәм уның яңы егетен үлтергән. Мәктәп уҡыусыһына ул бысаҡ менән 15 тапҡыр сәнскән, ә уның дуҫына — 12 тапҡыр. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙан ВАЗ-2114 автомобилендә ҡасып, йәш кеше ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «Лада Грант» водителе һәләк булған фажиғәғә сәбәпсе була.

«Ғәйепләнеүсе ҡылған ғәмәлдәре өсөн ғәйепле булыуын таный. Енәйәт эше республиканың Юғары судына ебәрелгән», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән. 

Тулыраҡ мәғлүмәт - беҙҙең сайтта.

фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Элекке һөйгән йәрен ҡыҙғанып...
Элекке һөйгән йәрен ҡыҙғанып...
Элекке һөйгән йәрен ҡыҙғанып...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас