Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Февраль 2023, 13:28

Һөйгән йәрен ҡыҙғанып...

Йәш егет ике кешенең ғүмерен ҡыйған... Етмәһә, ҡасырға маташҡанда, үлемесле юл фажиғәһенә сәбәпсе булған...

Һөйгән йәрен ҡыҙғанып...
Һөйгән йәрен ҡыҙғанып...

Хоҡуҡ һаҡлау органдары кисә кис Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында теркәлгән үлтереү шарттарын тикшерә. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 22 йәшлек егет көнләшеүе арҡаһында 16 йәшлек элекке ҡыҙына һәм уның 20 йәшлек дуҫына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, тиҙҙән улар вафат булған - егет ваҡиға урынында, ә ҡыҙ дауаханала.

Шунан һуң егет атаһының «ВАЗ 2107» машинаһына ултырып ҡасырға ҡарар иткән. Һуңынан үҙенең «ВАЗ 2114» автомобиленә күсеп ултырып, Өфөгә юлланған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уның машинаһын күреп ҡалған. Полицейскийҙарҙы күргәс, ул ҡасырға маташҡан, ләкин ҡаршыға килгән «Лада Гранта» еңел автомобиле менән төкөшкән. Авария һөҙөмтәһендә «Гранта» водителе һәләк булған, юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле кеше дауаханаға оҙатылған. Үлтереү һәм юл-транспорт ваҡиғаһы факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Эске эштәр министрлығы килтергән яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, енәйәтсе яңыраҡ ҡыҙ менән айырылышҡан, ләкин тиҙҙән улар дуҫтарса аралашыуын дауам иткән. Күп тә үтмәй ҡыҙҙың яңы һөйгәне - Һыуыҡҡул-Михайловка ауылында йәшәгән 20 йәшлек егет булыуын белгәс, енәйәтсе бысаҡ, сүкеш алып, атаһы машинаһында һөйгәнен күҙәтә башлаған. Ул, уңайлы мәлде көтөп, уларҙы үлтергән һәм эҙҙәрен юйырға маташҡан.

Хәҙер ғәйепләнеүсе дауаханала ята, хәле тотороҡланғандан һуң тәфтиш эштәре алып барыла һәм һаҡ аҫтына алыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.

 

фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Һөйгән йәрен ҡыҙғанып...
Һөйгән йәрен ҡыҙғанып...
Һөйгән йәрен ҡыҙғанып...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: