Башҡортостанда тәфтишселәр юл фажиғәһендә һәләк булған 16 йәшлек спортсыға машинаны кем һатҡанын тикшерә. «Башинформ» агентлығына республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автомобиль Өфөлә һатып алынған, Октябрьскийға юлға сыҡҡанда ул юлда һүнгән.
«7 ғинуарҙа йәштәрҙең Өфөлә автомобиль һатып алыуы билдәле. Октябрьский ҡалаһына ҡайтҡанда "ВАЗ" М-5 "Урал" автомобиль юлының 1394-се саҡрымында һүнгән, һәм улар транспортты трассала ҡалдырырға ҡарар иткән. Икенсе көндө машинаны йүнәтәләр һәм үҫмерҙәр юлын дауам итә. 40 саҡрым самаһы юл үткәндән һуң, улар юл-транспорт фажиғәһенә эләгә. Һәләк булған 9-сы класс уҡыусыһының ата-әсәһе әйтеүенсә, улар машина һатып алыуы тураһында белмәй. Шул фажиғәле кистә үҫмер ата-әсәһенә дуҫында йоҡлаясағы хаҡында әйтә. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бөгөн Октябрьский ҡалаһында Бөтә рәсәй пляж уйындарының воркаут буйынса 16 йәшлек абсолют чемпионы, Рәсәйҙең иң көслө малайы менән бәхилләшәләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 ғинуарҙа 16 йәше тулған үҫмер машина һатып алған, ә икенсе көндө трассала идара итә алмай һәм ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, унда Renault Premium йөк машинаһына төкөй. Чемпион менән машинала 14 йәшлек үҫмер була, ул етди йәрәхәттәр ала. Малайҙар дауаханаға оҙатыла, әммә йәш водитель реанимацияла вафат була. Уның дуҫы иҫән ҡала, ул әле дауаханала ята.
фото:ЮХХДИ, социаль селтәрҙәр.