ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Ғинуар 2024, 17:32

16 йәшлек водитель һәләк булған

Ә уның 14 йәшлек пассажиры - дауаханала

16 йәшлек водитель һәләк булған16 йәшлек водитель һәләк булған
16 йәшлек водитель һәләк булған

Башҡортостанда һәләк булған 16 йәшлек үҫмер менән юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана. Авария 8 ғинуарҙа Бүздәк районында М5 «Урал» автомобиль юлының 1356-сы саҡрымында булған.

Төбәк дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, Октябрьский ҡалаһынан 16 йәшлек үҫмер ВАЗ-2109 руле артында ҡаршыға килгән «Renault Premium» йөк машинаһы менән төкөшкән. Фажиғә һөҙөмтәһендә бәлиғ булмаған водитель һәм уның 14 йәшлек пассажиры урындағы дауаханаға оҙатыла. 42 йәшлек водитель зыян күрмәгән. Бөгөн 9 ғинуарҙа иртәнсәк 16 йәшлек үҫмерҙең аварияла алған йәрәхәттәренән вафат булыуы билдәле булды.

Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса Башҡортостан прокуратураһы тикшереү ойошторған. Күҙәтеү саралары барышында прокуратура бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерәсәк, ата-әсәләрҙең үҙ бурыстарын тейешенсә үтәүенә баһа бирәсәк. Нигеҙ булған осраҡта прокурорҙың яуап биреү сараларын ҡабул итеү мәсьәләһе хәл ителәсәк.

 

фото:ЮХХДИ.

16 йәшлек водитель һәләк булған
16 йәшлек водитель һәләк булған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас