ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Декабрь 2023, 14:28

Клубта янғын сыҡҡан...

   

Клубта янғын сыҡҡан...Клубта янғын сыҡҡан...
Клубта янғын сыҡҡан...

Дүртөйлө районының Йүкәлекүл ауылында янғын һүндереүселәр  ауыл клубы һәм медпункт урынлашҡан бинала сыҡҡан утты һүндергән.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, янғын тураһында мәғлүмәт 13:39 сәғәттә килгән. Урында 12 кеше һәм 4 берәмек техника эшләгән. 14: 48 сәғәттә янғын 15 квадрат метр майҙанда локалләштерелә, ут таралыуына юл ҡуйылмай. Зыян күреүселәр юҡ.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә газ баллончигы шартлағанда 33 йәшлек ҡатын зыян күргән, ул күп һанлы тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

фото:Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

Клубта янғын сыҡҡан...
Клубта янғын сыҡҡан...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас