

Өфөлә Осоусылар урамындағы күп ҡатлы йорттоң фатирында газ баллочигы шартлаған, һөҙөмтәлә ҡатын зыян күргән.
Хужабикә газ плитәһенең бөтә дүрт конфоркаһында ла йәшелсәләр бешергән. Бер мәл оҙаҡ йылытыуҙан 220 мл күләмендәге газ баллончигы шартлаған, ул плита өҫтөндәге аш-һыу шкафы эсендә ятҡан була.
Газ-һауа ҡатнашмаһы янып китә, аш-һыу бүлмәһе гарнитураһының шкафы осоп китә, таҫтамал яна. 33 йәшлек ҡатын башын, ҡул-аяҡтарын, күҙ мөгөҙсәһенең конъюнктиваһын яндыра. Уны дауаханаға оҙаталар, хәле уртаса ауырлыҡ кимәлендә баһалана.
Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына тиҙ арала килеп еткән һәм баҫҡыс марштары буйынса өс кешене саф һауаға сығарҙы. Ҡотҡарыусылар килгән мәлдә фатирҙа янғын булмауы асыҡлана.
Фото:Пресс-служба МЧС России по РБ