ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Июнь 2022, 16:53

Автомобилде күлдән сығарғандар

Водителде ҡотҡарғандар, ә 22 йәшлек егет...

Автомобилде күлдән сығарғандарАвтомобилде күлдән сығарғандар
Автомобилде күлдән сығарғандар

Башҡортостанда күлдән эсендә кеше һәләк булған автомобилде сығарғандар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 июндә төндә Учалы районы Туңғатар ауылы янында автомашина күлгә (карьер) төшөп киткән. Водитель сығып өлгөргән - уға шаһиттар ярҙам иткән, ә уның пассажиры һыуға батҡан. Машинаны водолаздар эҙләгән.

«Иртәнге сәғәт 10:41 автомобиль сығарылған, шулай уҡ водолаздар 2000 йылғы ирҙе сығарған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

 
Автомобилде күлдән сығарғандар
Автомобилде күлдән сығарғандар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас