

19 июндә төндә Учалы районы Туңғатар ауылы янында автомашина күлгә (карьер) төшөп киткән.
Бының тураһында шаһиттар ҡотҡарыусыларға хәбәр иткән. Улар 30 йәшлек водителде ҡотҡарған, ул зыян күрмәгән. Ләкин машинала 22 йәшлек ир ҡалған тип фаразлана.
«Урынға килеп еткән Туңғатар ауыл Советы башлығы һүҙҙәренсә, водитель һәм автомашинала ҡалған ир фажиғәгә тиклем күл буйында биш кешенән торған компанияла ял иткән һәм спиртлы эсемлектәр эскән», - тип һөйләнеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта автомашинаны эҙләйҙәр. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Көндөҙ водолаз эштәре алып барыу ҡаралған. Хәл - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы контролендә.
фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.