Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Май , 07:45

"Тәлғәт, рәхмәт!"

Юл фажиғәһен күреп, бер секунд та уйламайынса, ул янған автомобилгә ташлана.

"Тәлғәт, рәхмәт!"
"Тәлғәт, рәхмәт!"

9 майҙа Әлшәй районында Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 89-сы километрында ике еңел автомобиль бәрелешеүҙән янып китеп, "Volkswagen Polo"-лағы 1992 һәм 1993 йылғы ике ир-егет һәләк булғайны. "Ford Focus"-тағы өс кеше - Ғиләжетдиновтар ғаиләһе - төрлө тән йәрәхәттәре менән Раевка үҙәк район дауаханаһына оҙатылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғыҙ йәшлек ҡыҙ бала яраларҙан һәләк булған.

Шул авария ваҡытында янған автомобилдән кешеләрҙе ҡотҡарыусының исеме билдәле булды. Һөйләүҙәренсә, ир уйлап та тормаҫтан ялҡын ялмаған машинаға ярҙамға ташланған.

"Бөтә туғандарым, дуҫтарым исеменән Тәлғәт Абдуллинға рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Раевка менән Шафран араһындағы юл һәләкәтен күреп, бер секунд та уйламайынса, янған автомобилгә ташланып, Ғиләжетдиновтар ғаиләһен ҡотҡарҙың. Ҙур рәхмәт һиңә! Ысынында рәхмәт тойғоһон тулыһынса сағылдырыу өсөн бер ниндәй һүҙ ҙә етмәҫ төҫлө", - тип яҙған Әлиә Хөснөтдинова.

Беҙ ҙә шундай ғауғалы мәлдә юғалып ҡалмай фажиғәгә тарыусыларға ярҙам иткән ҡыйыу ир-егеткә рәхмәт әйтәбеҙ. Ошо ир-азамат кеүек юлда бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бәләгә тарығандарҙы яңғыҙ ҡалдырмайыҡ.

 

 

 

Фото: bashinform.ru, ЮХХДИ

"Тәлғәт, рәхмәт!"
"Тәлғәт, рәхмәт!"
"Тәлғәт, рәхмәт!"
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в