Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Май 2022, 06:51

9 йәшлек ҡыҙ дауаханала йән биргән

Ҡот осҡос аварияла һәләк булыусылар һаны өс кешегә етте

9 йәшлек ҡыҙ дауаханала йән биргән
9 йәшлек ҡыҙ дауаханала йән биргән

9 майҙа Әлшәй районындағы Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 89-сы саҡрымында «Volkswagen Polo» менән «Ford Focus» еңел автомобилдәре бәрелешкән, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Бәрелешкәндән һуң ике машина ла янып китә, «Volkswagen» автомобилендә булған 1992 һәм 1993 йылғы ике ир һәләк була. Тағы ла өс кеше Раевка үҙәк район дауаханаһына оҙатылған (1988 йылғы ир-егет, 1992 йылғы ҡатын-ҡыҙ һәм 2013 йылғы ҡыҙ). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 9 йәшлек ҡыҙ дауаханала йән биргән.

Башҡортостандың ЮХХДИ-да билдәләүҙәренсә, автомобилдәр бер-береһенә ҡаршы барған. Ваҡиға урынында полиция һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

 

 

фото:ЮХХДИ.

9 йәшлек ҡыҙ дауаханала йән биргән
9 йәшлек ҡыҙ дауаханала йән биргән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: