КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
15 Февраль 2024, 15:21

Тик кешеләрҙе кире ҡайтарып булһа икән...

Өс кешенең үлемендә ғәйепләнгән егет мәрхүмдәрҙең туғандарынан ғәфү үтенгән

Тик кешеләрҙе кире ҡайтарып булһа икән...Тик кешеләрҙе кире ҡайтарып булһа икән...
Тик кешеләрҙе кире ҡайтарып булһа икән...

Башҡортостандың Юғары судында Тимур С.-ға ҡарата енәйәт эше буйынса беренсе ултырыш үтте, ул ике кешене үлтереүҙә һәм үлемесле юл-транспорт фажиғәһен булдырыуҙа ғәйепләнә.

«Честно говоря» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, егет үҙ ғәйебен таный, үкенеүен белдерә һәм үлтерелгәндәрҙең туғандарынан ғәфү үтенә. Бынан тыш, ул енәйәтте элекке бәлиғ булмаған ҡыҙын ҡыҙғаныуы арҡаһында аңлы рәүештә ҡылғанын белдерә. Судта һәләк булғандарҙың туғандары күҙ йәштәрен тыя алмай.

Башҡортостан прокуроры Игорь Пантюшин әйтеүенсә, ғәйепләнеүсе һәр ҡорбанына кәм тигәндә 15 тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Шунан һуң, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән ҡасып, үлемесле аварияға сәбәпсе була. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, республика күҙәтеү ведомствоһы башлығы енәйәт эшен шәхси контролдә тота.

Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 22 йәшлек егет ҡыҙғанып, 16 йәшлек элекке ҡыҙына һәм уның 20 йәшлек дуҫына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, улар тиҙҙән вафат була. Бынан һуң ул атаһының «ВАЗ-2107» машинаһында ҡасырға ҡарар итә. Һуңынан үҙенең «ВАЗ-2114» автомобиленә ултырып, Өфөгә юллана. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уның  машинаһын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күреп ҡалған. Полиция хеҙмәткәрҙәрен күреп, ғәйепләнеүсе ҡасырға маташа, әммә ҡаршы һыҙатҡа сығып «Лада Гранта» менән төкөшкән. Аварияла «Гранта» водителе һәләк була. Үлтереүҙәр һәм юл-транспорт фажиғәһе факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыла.

Шулай уҡ уҡығыҙ:Элекке һөйгән йәрен ҡыҙғанып...

фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Тик кешеләрҙе кире ҡайтарып булһа икән...
Тик кешеләрҙе кире ҡайтарып булһа икән...
Тик кешеләрҙе кире ҡайтарып булһа икән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас